Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Быны һәр кемегеҙ эшләй ала

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһында ҡатнашты. Уның ҡушыуы буйынса бөгөн Туймазы ҡалаһынан Алан Базитовтың һәм Дәүләкәндән Ульяна Горбунованың хыялдарын төбәк буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов тормошҡа ашырҙы. Бүләктәрҙе тапшырыу өсөн ул уларҙы Өфөгә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына «Щелкунчик» тамашаһына саҡырҙы. Ете йәшлек Алан байрам алдынан: "Бер йыл инде махсус хәрби операцияға мобилизацияланған атаһы менән тиҙерәк осрашырға", - тигән теләк теләй. Атаһы Ватанды һаҡлағанда, ул үҙе лә хәрби техника менән мауыға, тип һөйләй малайҙың әсәһе Эвелина Базитова. Шуға күрә “Теләктәр шыршыһы”нан Алан радио идаралы танк тураһында һорай. Ә бына 15 йәшлек Ульяна Горбунова заманса гаджет аҡыллы колонка тураһында хыялланған. Ҡыҙ матурлыҡтың косметик процедуралары менән мауыға, үҙе тәүге аҡсаһын эшләй. Алексей Касьянов уҡыусыларҙың теләктәрен үтәне. Һуңынан ул балаларҙы күптән түгел ҙур рек

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһында ҡатнашты. Уның ҡушыуы буйынса бөгөн Туймазы ҡалаһынан Алан Базитовтың һәм Дәүләкәндән Ульяна Горбунованың хыялдарын төбәк буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов тормошҡа ашырҙы. Бүләктәрҙе тапшырыу өсөн ул уларҙы Өфөгә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына «Щелкунчик» тамашаһына саҡырҙы. Ете йәшлек Алан байрам алдынан: "Бер йыл инде махсус хәрби операцияға мобилизацияланған атаһы менән тиҙерәк осрашырға", - тигән теләк теләй. Атаһы Ватанды һаҡлағанда, ул үҙе лә хәрби техника менән мауыға, тип һөйләй малайҙың әсәһе Эвелина Базитова. Шуға күрә “Теләктәр шыршыһы”нан Алан радио идаралы танк тураһында һорай. Ә бына 15 йәшлек Ульяна Горбунова заманса гаджет аҡыллы колонка тураһында хыялланған. Ҡыҙ матурлыҡтың косметик процедуралары менән мауыға, үҙе тәүге аҡсаһын эшләй. Алексей Касьянов уҡыусыларҙың теләктәрен үтәне. Һуңынан ул балаларҙы күптән түгел ҙур реконструкциянан һуң ишектәрен асҡан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры буйлап экскурсияға саҡырҙы. Балаларҙы сәхнә артына оҙаттылар, грим, сәнғәт оҫтаханалары, репетициялар залы, ҡурсаҡтар музейы күрһәттеләр, актерҙар менән таныштырҙылар. Алан, Ульяна һәм уларҙың әсәйҙәре тәьҫораттар йыйып, «Щелкунчик» тылсымлы спектаклен ҡаранылар. - “Теләк шыршыһы” акцияһы - изге һәм кәрәкле йола. Был бик ябай бит - кәрәк булғандарға бер аҙ иғтибар биреү. Хәйриәлек беҙҙе яҡшыраҡ, изгелеклерәк, ихласыраҡ итә, тип иҫәпләйем. Был бик мөһим. Йыл аҙағына тиклем ваҡыт бар, тимәк, һәр беребеҙҙең кемдер өсөн тылсымсы булыу мөмкинлеге бар. Ҡулына ҡәҙерле бүләген тотҡан баланың бәхетле күҙҙәренән дә яҡшыраҡ нәмә юҡ. Бөгөн мин ике матур бала менән таныштым - Алан һәм Ульяна. Уларҙы ҡыуандырыуыма бик шатмын. Улар ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ябай нәмәләргә шатлана белә», - тине баш федераль инспектор. “Теләктәр шыршыһы” акцияһы Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторола. Балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, ауыр тормош хәленә эләккән балалар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, шулай уҡ ауырлыҡтар кисергән оло йәштәгеләр Яңы йыл алдынан бүләктәр ала. Акция Бөтә Рәсәй территорияһында үтә. Кемдеңдер хыялын тормошҡа ашырыу өсөн, елкажеланий.рф сайтында теркәлергә, һуңынан интерактив шыршынан открытканы алырға һәм инструкцияларҙы үтәргә кәрәк.