Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов исемен республикабыҙҙа, илебеҙҙә генә түгел, донъяның башҡа күп илдәрендә белгәндәренә хәҙер аптырамайбыҙ, ә ғорурланабыҙ ғына. Яҙыусының ижады, үҙе менән осрашыуҙар аша күпме башҡа халыҡ Башҡортостан тураһында хәбәрҙар була, уның мәҙәниәтенә күҙ һала. Үтеп барған 2023 йылда ла Марсель Шайнур улы республиканан ситтә йыш йөрөнө, һәм уның сәфәрҙәренә әҙәби ижадта донъя кимәлендәге мөһимлеккә эйә ваҡиғалар сәбәпсе булды. Бына шундай ваҡиғаларҙың береһе: быйыл көҙ Ҡаҙағстанда “Асыҡ Евразия: Суперкубок” исемле XII халыҡ-ара әҙәби конкурсы, бер уңайҙан “Дуҫтар тауышы” тигән шиғриәт һәм визуаль сәнғәттәр фестивале ойошторолдо. Унда Рәсәй, Ҡаҙағстан, Британия, АҠШ, Австралия, Германия, Польша, Болгария, Беларусь, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Литва, Финляндия, Израиль, Пакистандан вәкилдәр йыйылды. Марсель Сәлимов “Асыҡ Евразия”ла “Нон-фикшн” номинацияһында еңеүгә өлгәшеп, дан бүләккә эйә булды – уға Лондондағы иң шәп нәшриәттәрҙең береһе – ”Hertfordshire Press” нәшриәтендә китабын баҫтырыуға грант сертификаты тапшырҙылар. “Асыҡ Евразия: Суперкубок” – Евразияның иң абруйлы әҙәби турнирҙарының береһе. Ул Евразия ижади гильдияһы тарафынан 2012 йылдан алып үткәрелә. Бында донъяның һәр тарафынан меңәрләгән яҙыусы ҡатнаша. Ә быйылғы ижади ярыш инде тағы ла үҙенсәлеклерәк булған, ни өсөн тигәндә, унда иң-иңдәр – уҙған йылдарҙың еңеүселәре ҡатнашҡан. Конкурсҡа 55 ғариза бирелгән. Тағы шуныһын әйтергә кәрәк: Евразия ижади гильдияһы 12 йыл буйы фестивалдәр үткәреү барышында 83 илдән 11 меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштергән. Ул – был ҡитғаның мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижадын билдәлерәк итеүҙә тос эш башҡарған иң ҙур һәм абруйлы ойошмаларҙың береһе. Еңеү өсөн “тәтегән” грантҡа башҡорт халыҡ яҙыусыһы “Бөтә донъя буйлап йылмайып” тигән йыйынтығын сығарырға ниәтләй. Унда үткер тел менән яҙылған, көтөлмәгән сюжетлы хикәйәләр, төрлө тарихтар инергә тейеш. Фестиваль сараларында Марсель Шайнур улы спикер булараҡ ҡатнашты. Сараны рәсми асыу тантанаһында ул ҡатнашыусыларға Урал батыр менән Салауат батырҙың Ватанынан туғандарса сәләм еткереп, “Евразия тауыштары” халыҡ-ара марафонында “Француз исеме йөрөткән башҡорт сатиригының Амур уҡтары” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ул, тәбиғи, француздарҙың ҡотон алған “Төньяҡ амурҙары”на – башҡорт яугирҙәренә бағышланған. Шиғри конкурста ла яҙыусыбыҙ бүләкһеҙ ҡалманы: әҙәби ярыш һөҙөмтәләре буйынса, уға Барбара Юрковская-Навроцкая исемендәге миҙал тапшырылды. Фестиваль барышында Марсель Шайнур улы менән осрашыу ойошторолдо һәм был сараның иң сағыу әҙәби ваҡиғаларының береһенә әйләнде. Йәнле аралашыу барышында Мар. Сәлим йыйылыусыларҙы Рәсәйҙәге, Башҡортостандағы әҙәби даирә яңылыҡтары менән таныштырҙы, сатира һәм юморҙың үҫеш перспективалары, атаҡлы совет яҙыусылары менән осрашыуы тураһында бәйән итте. Сарала төрлө илдәрҙең билдәле яҙыусылары ҡатнашты, улар башҡорт яҙыусыһының Евразия халыҡтарын, әҙәбиәттәрен берләштереүгә өлөш индергән ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Бөтә донъяға билдәле ҡаҙаҡ публицисы, йәмәғәт эшмәкәре Бәхетхужа Рөстәмов яҡташыбыҙҙы Солтан Бейбарс исемендәге миҙал менән бүләкләне – уның халыҡ-ара әҙәби хәрәкәткә, милләттәр араһында дуҫлыҡты нығытыуға индергән өлөшөнә Евразия әҙиптәре берләшмәһе шундай юғары баһа бирҙе. Мар. Сәлимде ижади шәхестәр генә түгел, башҡа төр эшмәкәрлек алып барған вәкилдәр ҙә ихлас көтөп ала. Бының миҫалы: Ҡаҙағстан менән Рәсәй менән сигендә урынлашҡан Петропавловск ҡалаһында уны Казак атамандарының бөтә донъя союзы рәйесе Юрий Захаров хөрмәтле ҡунаҡ итеп тәбрикләгән. Юғары атаман “Төньяҡ амурҙары” вариҫтарына дуҫтарса сәләм, бүләк тапшырып ҡалған. Ҡаҙағстандан һуң Мар. Сәлим күрше Татарстанда үткән “ЛИффТ” VII Бөтә Рәсәй фестивалдәр фестивалендә ҡатнашып, абруйлы әҙәби сараның флагын алтынсы Алтын лауреатҡа – әҙәбиәт ғилеме белгесе, ҠФУ профессоры Әлфиә Ғәлимуллинаға тапшырҙы. Был фестивалдең тарихына килгәндә, ул 2015 йылдан баш ала. Етәксеһе – Евразия халыҡтары ассамблеяһына ҡараған Әҙәби советтың, шулай уҡ Бөтә донъя яҙыусылар ойошмаһының рәйесе, шағирә һәм фәйләсүф Маргарита Аль. Беренсе, йәғни ойоштороу фестивалендә флагты бер лауреаттан киләһенә тапшырырға, тигән ҡағиҙә урынлаштырылған. Һәм бына шундай еңеүселәрҙең береһе булараҡ, яҡташыбыҙ Марсель Шайнур улы Сәлимов фестивалдең иҫтәлекле билдәһен сираттағы лауреатҡа тапшырҙы ла инде. Яҙыусы сараны асыу тантанаһында тәбрикләү һүҙе әйтте, ә уның сығышын башҡорт милли кейемендә шиғри һүҙ, күңелле йыр-бейеү менән Ҡазандағы “Башҡорт йорто” ағзалары күтәрмәләне. Мар. Сәлим был фестивалдә лә осрашыу ойоштороп, янына бихисап ҡунаҡтарҙы йыйҙы. Бына шулай, үҙ миҫалында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, танылған сатирик Марсель Сәлимов ыңғай юморҙың Евразия халыҡтарын берәштереүгә ярайһы өлөш индергәнен иҫбатлай тора. Ғинуарҙа 75 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйынған әҙипкә, донъя халыҡтары араһын нығытыуға йүнәлтелгән ижад юлығыҙҙы артабан да арымай-талмай дауам итергә яҙһын, тип теләйбеҙ. Фотола: “Донъя генералдары тыныслыҡ яҡлы” халыҡ-ара ассоциацияһы тыныслыҡты, дуҫлыҡты, халыҡтар араһында татыулыҡты нығытыуға индергән өлөшө өсөн Мар. Сәлимде миҙал менән бүләкләне. Раза Сәйед фотоһы.