2023 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные качественные дороги) Башҡортостанда 32 километр муниципаль-ара һәм төбәк-ара юлдар ремонтланды. Улар Өфө һәм Стәрлетамаҡ биләмәләрендә урынлашҡан юлдар, тип хәбәр итә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Дөйөм алғанда, 14 юл участкалары ремонтланды. Подрядсылар асфальт бетон япмаһын рәтләне, юл разметкаларын, ситтәрен эшләне. - Быйыл Өфө-Иглин-Красная Горка – Павловка-Благовещен – Павловка, Стәрлетамаҡ- Красноусол, Дим –Затон, Дмитриевка-Кушнаренко, Өфө-Инйәр-Белорет һәм башҡа йүнәлештәр иғтибарға алынды. Улар барыһы ла туристик йүнәлештәр, - тинеләр Башҡортостандың транспорт министрлығында. Әйтергә кәрәк, Өфө һәм Стәрлетамаҡ биләмәләрендә юлдарҙы ремонтлау 2024 йылда ла дауам итәсәк. Ғөмүмән, 2023 йылда Башҡортостанда милли проект ярҙамы менән ете күпер ремонтланған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хәүефһеҙ, сифатлы юлдар” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.