Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Барыһын да ҡыуандырҙылар

Ишембай районында "Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йәштәр эштәре буйынса комитет "Ишембайҙың изге йөрәктәре" ирекмәндәр ойошмаһы менән берлектә "Ун ике ай" яңы йыл театраль тамашаһын әҙерләне. "Ишембайҙың изге йөрәге"нән балалар икенсе йыл инде тамашасыларға үҙ һәләттәрен күрһәтә – улар әҙерләгән әкиәт тамашаһын һәр теләгән кеше бушлай ҡарай ала. Нелли Коледова һәм Екатерина Забелина етәкселегендә ике ай дауам иткән ныҡышмалы репетициялар, тулҡынланыу кисерештәре, ҡайһы берҙә хатта күҙ йәштәре кәрәкле һөҙөмтәгә килтерҙе. Балалар сәхнәлә иҫ киткес асылды һәм ихлас, атмосфералы әкиәт тыуҙырҙы. Тамашасылар тылсымлы мөхитте тойҙо, йәш профессиональ булмаған актерҙарҙың уйнауын лайыҡлы баһаланы һәм балаларҙы йылы алҡыштар менән ҡаршы алды. Ойоштороусылар киләһе йылда тамашасыларҙы спектаклдәре менән мотлаҡ ҡыуандырырға вәғәҙә бирҙе. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ишембай районы хакимиәте.