Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугир ҡыҙын никахы менән ҡотлаған

Был хаҡта ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған. "Беҙгә "Башҡортостан" ирекле полкы яугиренең ҡыҙының никах тантанаһында булыу һәм уны никах менән ҡотлау бәхете тейҙе. Ҡыҙҙың атаһы, "Дан" позывнойлы яугир бындай мөһим сарала ҡатнаша алманы һәм беҙҙән йәштәрҙе ҡотлауыбыҙҙы һораны. Хөрмәтле Динис һәм Диана! Һеҙ - бергә. Һеҙҙе бәхетле итеп күреү - һәр беребеҙ өсөн ҙур шатлыҡ. Алла ҡушыуы буйынса һеҙ, ысын ғаилә булып китеп, мөхәббәткә эйә булдығыҙ. Һәр саҡ шатлыҡ, үҙ - ара аңлашыусанлыҡ һәм һәр ваҡыт бергә булыу теләге йәшәһен. Ғаиләгеҙҙә һәм йортоғоҙҙа һәр саҡ мөхәббәт сәскә атһын. Бәхетле булығыҙ!" - тигән Фәнис Ғәбдрәшит улы. Йәштәргә оло мөхәббәт, ғаилә бәхете теләйбеҙ! Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.