Хөкүмәттә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән республиканың муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмәлә ҡатнашыусылар дөйөм белем биреү учреждениеларында туҡланыу сифатын тикшерҙе. Мониторинг һөҙөмтәләрен анализлау ыңғай динамика күрһәтте - тәртип боҙоуҙар һаны кәмей, тип билдәләне Министрҙар кабинеты башлығы. Дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороу һәм сифаты тураһында ентекләберәк Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һөйләне. Мониторинг йомғаҡтары буйынса туҡланыу 12 муниципаль берәмектә - юғары, ә 38-ендә уртаса ойошторолған, тип хәбәр итте ведомство етәксеһе. Премьер-министр Андрей Назаров муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә квартал һайын барлыҡҡа килгән экономияны туҡланыуҙа рационды яҡшыртыу өсөн ҡайтанан бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22625/