Республика Хөкүмәтендә идарасы компанияларҙың Яңы йыл байрамы осоронда сүп-сарҙы ваҡытында сығарыу буйынса эшен ойоштороу тикшерелде. Хакимиәт башлыҡтарына урам һепереүселәрҙең һәм майҙансыҡтарҙы тәртиптә тотоу өсөн яуаплы башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең эш графигын ағымдағы хәлдәрҙе иҫәпкә алып, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигы менән яйлаштырыу бурысы йөкмәтелде. Диспетчер хеҙмәттәре халыҡтың ялыуҙарына тиҙ арала яуап бирергә тейеш. Идарасы компанияларҙың ҡалдыҡтарҙы ваҡытында сығарыу буйынса эше нисек ойоштороласағы тураһында БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн 30 декабрҙән 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем дежурлыҡ графигы раҫланған. Күп фатирлы йорттарҙың идарасы һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмалары Яңы йыл байрамында ихаталарҙы һәм контейнер майҙансыҡтарын ҡарҙан таҙартыуға 500 берәмек техника һәм ике меңдән ашыу урам һепереүсе йәлеп итергә ниәтләй. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе төбәк операторҙарына байрам осоронда сүп-сар сығарыу буйынса өҙлөкһөҙ эште ойошторорға ҡушты. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22622/
Министрҙарға байрамда сүп-сар сығарыуҙы контролдә тоторға ҡушылды
25 декабря 202325 дек 2023
~1 мин