26 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөнәри белем биреү буйынса республика советының ултырышын уҙғарҙы. Ул Өфөнөң күп профилле һөнәрселек колледжында үтте. Совет ултырышында республика Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре, колледж директорҙары ҡатнашты. Көн тәртибендә республиканың иҡтисади тармағы өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү һорауы ҡаралды. Ултырыш алдынан Башҡортостан Башлығы республика колледжы уҡытыусыларына дәүләт наградаларын һәм гранттар тапшырҙы. Шулай уҡ төрлө йүнәлештәге һөнәрселек уҡыу йорттарының ҡаҙаныштарын билдәләне. - 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы исеме аҫтында уҙғарҙыҡ. Йылды йомғаҡлағанда һөнәри белем биреү учреждениеларының активына рәхмәт белдерәм. Һәм иң изге теләктәремде теләйем, - тине Радий Хәбиров. Үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы урта һөнәрселек белем биреүгә һорауҙың йылдан-йыл артыуын да билдәләне. -Ҡулда колледж дипломы һәм производствола кәрәкле һөнәр менән лайыҡлы эш һәм иртәгәһе көнгә ышаныс көткәнен йәштәр аңлай. Шуға ла беҙҙең төп бурыстарҙың береһе – хеҙмәт баҙарындағы үҙгәрештәрҙе тойоу, уларға һығылмалы булыу, яңы һөнәрҙәр буйынса әҙерлек программаларын индереү, - тине ул. Төбәктәге урта һөнәри белем биреү үҫеше йүнәлештәре тураһында республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин һөйләне. Колледждарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн республика етәксеһенә рәхмәтен белдерҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.