Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, юғары мәктәп ғалимдары һәм уҡытыусылары, инженерҙар,табиптар, шулай уҡ республиканан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ордендар, миҙалдар, маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. – Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн беҙ һеҙгә яуаплы хеҙмәтегеҙ, илһөйәрлегегеҙ, талантығыҙ, профессионализмығыҙ, батырлығығыҙ һәм рух көсөгөҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Үҙ һөнәренең оҫталары маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды, шул иҫәптән “Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы” тип Ильяс Иштуған улы Вәлиев, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” булып Наил Ибәт улы Ғиниәтуллин танылды. – Беҙ Рәсәй, балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн көрәшәбеҙ һәм эшләйбеҙ. Барыбыҙға ла еңеү һәм тыныслыҡ, яңы ҡаҙаныштар теләйем! Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Ғаиләләрегеҙгә тыныслыҡ, изгелек һәм именлек теләйем! – тип һүҙен йомғаҡланы Башҡортостан Башлығы. Фото: glavarb.ru