Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә республикабыҙҙа булдырылған психологик ярҙам киңлеге тураһында фекере менән уртаҡлашты: - Беҙҙең республиканың йәштәр психология үҙәгендә уларға психологик ярҙам күрһәтеү өсөн яңы киңлек асылды. Бында шәхси ҡабул итеү кабинеттары, психологик көсөргәнеште бөтөрөү өсөн залдар, тренинг киңлектәре бар. Улар барыһы ла килгән һәр кем өсөн уңайлы итеп эшләнгән. Тәүге тапҡыр үҙәктә психоэмоциональ торошто коррекциялауҙың яңы технологияларын ҡулланып психологик-диагностика лабораторияһы ла булдырылған. Психологик ярҙам кәрәк. Республикабыҙҙың һәр районында бындай ярҙам алыу мөмкинлеген булдырыу йүнәлешендә эшләйбеҙ, - тиелә яҙмала. Фото: Максим Забелиндың сәхифәһенән.