Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы йылға йортто тәртипкә килтерәбеҙме?

Яңы йылға аяҡ баҫыр алдынан һәр кем йортон тәртипкә килтерергә, яңы пландар ҡорорға, тормошон өр-яңы биттән башларға ынтыла. 2024 йылға күтәренке кәйеф, яҡшы уйҙар менән аяҡ баҫыу өсөн ҡайһы бер ябай ғына эштәрҙе башҡарыу ҙа ярҙам итәсәк. Шул йәһәттән уңған хужабикәләргә бер нисә кәңәш. Алда – көтөп алған матур байрам көндәре! Һаҡсыллыҡ бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Тәү сиратта һыуытҡысығыҙҙа тәртип булды­рығыҙ: ваҡыты сыҡҡан аҙыҡтарҙы ырғытығыҙ, байрамда әҙерләйәсәк ризыҡтар өсөн урын әҙерләгеҙ. Өҫтәүенә, ваҡытында таҙартыл­маған һыуытҡыс бактериялар ояһы, насар еҫ сығанағы булыуы ла ихтимал. Ҡағыҙ ҡаптарҙағы ярмаларҙы герметик быяла банкаларға һалығыҙ. Иҫке ярыҡ-йороҡ, китек-митек һауыт-һабанан ҡотолоғоҙ. Бындай әйберҙәрҙе ҡулланыу һеҙҙең тормош сифатын кәметә, кәйефкә лә кире йоғонто яһай. Тәмле һәм файҙалы ризыҡты матур тәрил­кәнән ашау күңеллерәк түгелме?! Байрам алдынан аш бүлмә­һендә ҡулланылған таҫтамал­дарҙы яңыртығыҙ. Улар ҡиммәт түгел, уның ҡарауы матур биҙәкле таҫтамалдар кәйефегеҙҙе күтәрер. Яңы йылда тормошоғоҙҙа бер ниндәй тап та, бысраҡ та бул­маһын! Сәйнүк эсен лимон кис­лотаһы менән таҙартығыҙ, ит, балыҡ һәм йәшелсә турау өсөн ҡулланылған таҡталарҙы яңыр­тырға ла ваҡыт еткән түгелме?! Кухня раковинаһына байрам көндәрендә айырыуса көс төшәсәк. Уға май ҙа, аш-һыу ҡалдығы ла эләгеүе мөмкин. Уның әлегә тығылмауына, һәйбәт эшләүенә ҡарамаҫтан, ҡайнар һыу менән йыуҙырырға, махсус таҙартыу сараһы ҡойорға онотмағыҙ. Һеҙҙең иғтибарлы булыуығыҙға торбалар “рәхмәт” кенә әйтер... Ә бына һауыт-һаба йыуыу өсөн ҡулланылған йыуғыстарҙы алмаш­тырҙығыҙмы? Иҫкеләре, әйҙә, иҫке йылда ҡалһын!