Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иң шәп студенттар кемдәр?

Башҡортостандың фәнни-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы студенттар проекттарының ике акселераторының һөҙөмтәләрен яһаны. Ул - “Университет импульсы 2.0” һәм “Инновациялар импульсы” технологик акселераторы. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был сара хаҡында фекере менән уртаҡлашты: - Бөгөн беҙ Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең акселератор еңеүселәрен тәбрикләнек. 400-ҙән ашыу йәш тикшеренеүселәр ”Университет импульсы 2.0” проектына һәм “Инновациялар импульсы” технологик акселераторына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. 18 команда үҙҙәренең проекттарын уңышлы яҡланы. Башҡортостан - вуз-ара форматта ошондай проект булдырған тәүге төбәктәрҙең береһе. Евразия фәнни-белем биреү үҙәге социаль проект башланғыстарының берҙәм үҙәгенә әүерелә. Йәштәр сағыу идеялар эҙләнеү өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләйҙәр, яңы социаль проекттар булдыралар. Һәр проект үҙенсә ҡыҙыҡлы. Йәштәргә акселераторҙа ҡатнашыу ҡиммәтле тәжрибә бирә. Ә төбәк өсөн иң мөһиме – кешелек капиталының үҫеше. Республикабыҙҙа тормош тағы ла уңайлыраҡ булһын, һәр кем уңышҡа өлгәшә алһын өсөн беҙ барыһын да эшләйбеҙ. Беҙҙең маҡсат – Башҡортостанды был йәһәттән иң уңышлы төбәк итеү, - тиелә яҙмала. Фото: Максим Забелин сәхифәһенән.