Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Вуз-ара кампусҡа тәүге лабораториялар урынлаша

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөләге донъя кимәлендәге вуз-ара кампустың асылырға әҙерләнгән тәүге сираты - IQ-парктың төҙөлөш барышын ҡараған ваҡытта хәбәр итеүенсә, унда уҡыу йорттарының тәүге лабораториялары урынлаша башлаған. - Был аҙнала кампусҡа вуздар һәм арендаторҙар килә башланы. Бында йәштәр үҙәктәре, коворкинг һәм эшлекле зоналарҙан тыш, мәктәп уҡыусылары өсөн “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең урынлашыуы ла бик мөһим. Балалар бында ярыштар үткәрә, пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итә, роботтар конструкторлай, программалауҙы өйрәнә ала, - тине Андрей Назаров. Кәңәшмәлә объектты артабан финанслау, майҙансыҡтарҙы, мультимедиа ҡорамалдарын коммерциялы арендаға биреү, кампустың тышҡы яғын матурлау мәсьәләләре ҡаралды. Белешмә: кампус проекты – ул 4 мең кешегә йәшәү урыны, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эш зоналары, магазиндары, скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған 146 000 кв.метрлыҡ студенттар киңлеге. Вуз-ара студенттар кампусы РФ Президенты Владимир Путин күрһәтмәһе менән Рәсәй Мәғариф министрлығының “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22629/