Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер аҙнала ике улын да юғалтты...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында ҡот осҡос фажиғәле хәл теркәлде. Шишмә районынан килгән ағалы-ҡустылыларҙы машина бәрҙерә, береһе ваҡиға урынында уҡ һәләк була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханалағы Дауыт та алған тән йәрәхәттәренән вафат була. Бер аҙнала һыу һөлөгөндәй ике улын ер ҡуйынына һалған әсәнең кисерештәрен аңлатыуы ҡыйын. Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә Шишмә ҡасабаһындағы ғаиләләрҙең береһендә булған фажиғә тураһында хәбәр итте. Әсә аҙна дауамында 18 һәм 21 йәшлек ике улын юғалтҡан. Йәштәр Ҡазан ҡалаһында уҡыған һәм эшләгән булған. Ришат Мансуров әйтеүенсә, егеттәрҙе әсәһенең тыуған төйәгендә - Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында ерләгәндәр. «Хөрмәтле Шишмә халҡы! Ауыр минуттарҙа ошо ғаилә өсөн аҡса һәм ваҡыт тапҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Хәйерҙе элеккесә 8 961 051 51 00 номеры буйынса әсәһенә күсерергә мөмкин (Зөлфиә), - тип яҙҙы ул. - Ағалы-ҡустылы Дауыт менән Сәйет - Шишмәнең беренсе мәктәбен тамамланы. Яҡты, изге күңелле һәм эш һөйөүсән инеләр. Хатта шул бәхетһеҙ көндө лә улар эшкә барған булған. Бер ниндәй һүҙҙәр ҙә ата - әсәне йыуата алмаҫ». Егеттәрҙең йәндәре йәннәттә булһын, әсәйенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото :"Татар-информ"