Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бер юлы ике медицина пункты асылды

Стәрлетамаҡ районында, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһы ҡарамағында һигеҙ табиплыҡ амбулаторияһы һәм 48 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә. Золотоношка ауылында 400 пациентты хеҙмәтләндерәсәк мобиль пункттың асылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Боғорослан ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты 450 кешене ҡабул итәсәк. Уға фельдшер Айнур Әхмәтов етәкселек итә. Медицина пункттарының икеһендә лә инвалидтар өсөн пандус, персоналды саҡыртыу өсөн кнопка бар. Фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедура, медикаменттарҙы һаҡлау бүлмәләре тейешенсә йыһазландырылған. Золотоношка һәм Боғорослан ауылдарында бер юлы медицина пункттарының асылыуы ауылдаштар өсөн ҙур ваҡиға. – Яңы шарттарҙа белгестәребеҙҙең халыҡ һаулығы хаҡына тағы ла яҡшыраҡ һәм емешлерәк эшләйәсәгенә ышанам, – тине Стәрлетамаҡ дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.