Яңы йыл яҡынлашыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Байрам кәйефе һәр ерҙә күҙәтелә. Баймаҡ телевидениеһы хәбәрсеһе Альбина Байегетова белдереүенсә, Баймаҡ ҡалаһында 7-се һанлы маршрут автобусы пассажирҙарға Яңы йыл кәйефе бүләк итә. Водитель Валерий Бородин - Ҡыш бабай ролендә булһа, Ҡарһылыу - кондуктор Яҙгөл Байрамғолова."Был матур автобуста миңә лә ултырып йөрөү һәм Ҡыш бабай күстәнәсен ашау бәхете тейҙе. Улар пассажирҙарҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы һәм тәмлекәстәр таратты. Шулай уҡ автобус та эсле-тышлы байрамса биҙәлгән," - тип яҙған ул. Ә һеҙ йәшәгән ҡалала автобус йөрөткән Ҡыш бабайҙар осраманымы әле? Фотолары менән уртаҡлашһағыҙ ине. Фото: Альбина Байегетова.