“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылынан эшҡыуар 2023 йылдың ноябрендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә уйын үҙәген асҡанда консультация ярҙамы күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Стәрлебаш районы башлығы бизнес-шәрифҡа эшҡыуарҙы бөтә этаптарҙа оҙатып йөрөргә кәрәклеге тураһында йөкләмә бирә. Бер айҙан эшҡыуар Гүзәл Абдуллина үҙ проектын тормошҡа ашыра һәм “ТуТаКруто” балалар уйын үҙәген асты. Бында бөтә нәмә лә балаларға ҡыуаныс килтерә – лабиринттар, тауҙар, шарҙар менән ҡоро бассейн, уйын йорто, фотозона, төрлө уйынсыҡтар. Балалар ялы – ул балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә яҡшы кәйефе. Уйын үҙәге – ата-әсәләр үҙ эштәре менән мәшғүл булған осорға баланың буш ваҡытын үткәреү өсөн шәп урын. "Беҙҙең районда йәшәүселәр быға шат булыр тип уйлайым – үҙәктә һәр бала күңеленә хуш килгән нәмәне таба алыр, эшҡыуар балалар өсөн байрамдар ҙа үткәрергә ниәтләй. Гүзәл Абдуллинаға идеаны тормошҡа ашырғаны өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм бизнесында уңыштар теләйбеҙ!”, – тинеләр Стәрлебаш районы хакимиәтендә. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте.