Башҡортостанда зубрҙар үрсетеү проекты республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Күптән түгел Мәскәүҙә Рәсәйҙең тәбиғәтте һаҡлау министрлығы коллегияһында был проектты юғары баһаланылар һәм уның экологик туризмды үҫтереү йәһәтенән уңышлы булыуын телгә алдылар. Белгестәр билдәләүенсә, зубрҙарҙың беренсе партияһы тәбиғәт шарттарына, ашатыуға күнеккән, берәү ҙә ауырып китмәгән, башҡа күңелһеҙлектәр теркәлмәгән. Зубрҙар өсөн ике ҙур вольер төҙөлгән, әлеге мәлдә тәбиғәт паркына килгән туристар өсөн ҡарау майҙансығы төҙөлә. Әлеге мәлдә хайуандар ирекле йөрөй, уларҙы ашаталар, тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү аҫтында торалар. Зубрҙар яңы шарттарға өйрәнә, бик һаҡ ҡыланалар. Саҡ ҡына хәүеф тойһалар, ҡуйы урманда йәшеренәләр. Өфө фәндәр академияһының биология институты ғалимдары тиҙҙән парк биләмәһе флора һәм фаунаға артыҡ зыян килтермәйенсә нисә зубрҙы ҡабул итергә әҙер икәнлеген билдәләйәсәк. Анатолий Ермолинко фотолары.