Белорет районының Баҡый, Һаралы ауылдары берәй ҡасан юллы булырмы икән? Социаль селтәрҙәге “Бәйләнештә” төркөмөндә Раят Вәлиевтың сәхифәһендә боҙло йылға аша сығырға тырышҡан автомобиль тураһындағы видеояҙмаһын ҡарағас, ошондай һорау тыуҙы. Ә бит был мәсьәлә инде күпме йылдар дауамында хәл ителмәй килә. Совет осоронда ағасын ташыһалар ҙа юл һала алманылар. Түрәләр мең бәлә менән ошо ауылға килеп ҡайта ине, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, Баҡый балын маҡтап. Тик үҙҙәренең яҡшы юллы ҡалаларына ҡайтып ингәс тә юл мәсьәләһен хәл итеү тураһындағы вәғәҙәләрен оноттолар. 90-сы йылдарҙан, район гәзите “Урал”да эшләгән саҡтан, халыҡтың юл тураһындағы аһ-зарын беләм, ошо хаҡта мәҡәләләр ҙә яҙылды. Үҙем дә әллә нисә тапҡыр был юлдан үткәнем булды. Юл түгел ул, гүр ғазабы. Ошо арҡала халыҡ та яратҡан төбәген ташлап, юллы-эшле урындарға күсеп бөтөп бара. Әммә илһөйәрҙәр тыуған еренән китергә йыйынмай, шунда үҙҙәренә шөғөл табып, кәсепселек менән көн күрергә тырышып ятҡан була. Уларға иһә ситкән к
Бында халыҡҡа мөғжизәгә ышанып йәшәрә генә ҡала...
26 декабря 202326 дек 2023
1 мин