Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡаҙаҡ етештереү арта

Белорет районында урынлашҡан ҡаҙаҡ һәм мебель беркеткестәре етештереү буйынса “Дека-С” тип исемләнгән компания “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда” ) ҡатнашып, үҙенең етештереү ҡеүәтен арттырҙы һәм ошо маҡсатта хеҙмәткәрҙәр туплай, тип хәбәр итә район хакимиәте. Предприятиелағы пилот проекты үткән йылда эш башланы, ул мең төрҙән ашыу ҡаҙаҡ һәм 800 төр тирәһе мебель беркеткестәре эшләүгә маҡсатланған. Унда 300-ләп кеше хеҙмәт итә. - Күпләп ҡаҙаҡ етештереү участкаһы барлыҡҡа килеү менән хеҙмәт етештереүсәнлеге лә артты. Ҡаҙаҡтың үҙ ҡиммәте лә кәмене, сифаты яҡшырҙы. Ассортимент участкаһында продукция заказ менән эшләнә. Бөгөнгө көндә артабан да күләмде арттырыу өсөн компанияға белгестәр туплана, - тинеләр хакимиәттә. Элек предприятие үҙенең продукцияһын күбеһенсә экспортҡа оҙатһа, хәҙер ул Рәсәй баҙары өсөн эшләй. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.