Бөгөн Сибай ҡалаһынан берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғә Рыҫмөхәмәт ҡыҙы Рысбаева 100 йәшен билдәләне. Ветеран бер быуатлыҡ юбилейын туғандары һәм яҡындары менән ҡаршылаған. «Фронтовик әхирәттәр» ҡала клубының әүҙем ҡатнашыусыһы 1923 йылдың 25 декабрендә Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында тыуған. Артабан Юлалы ҡасабаһына күсәләр, унда атаһы шахтер булып рудникка урынлаша. Ишбирҙиндар ғаиләһендә 8 бала булған, кескәйҙәрҙе тәрбиәләү буйынса күп бурыстар уның иңенә төшкән. 1942 йылда Сәмиғә Рыҫмөхәмәт ҡыҙы армияға саҡырыла. Курстарҙы тамамлағандан һуң 227-се дивизияның 637-се авиация-һөжүм итеү полкына эләгә. Көньяҡ-Көнбайыш, 1-се һәм 4-се Украина фронттары составында хеҙмәт итә, авиамеханик була, парашюттарҙы тикшерә һәм һала. Украинаны, Польшаны һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Чехословакияла ҡаршы ала. Фронттан ҡайтҡас, Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһында хәрби заводта эшләй. Унда буласаҡ тормош иптәше Нәҙерша Шәйхетдин улы Рысбаевты осрата. Фронтовиктар