Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереүҙе дауам итәләр

25 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә дәүләт ярҙамын күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2022-2023 йылдарҙа 297 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенең төбәк бюджетынан 366 миллион һумдан ашыу аҡса алыуын билдәләне. Атап әйткәндә, 2023 йылда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә 12,9 миллион һум йүнәлтелгән һәм янғын һүндереү сараларын һатып алыуға сығымдарҙың 90 процентын компенсацияланған. 49 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә 83 ут һүндергес, 176 янғын щиты һәм 28 мотопомпа һатып алынған. Баҡсасылыҡ ширҡәттәре өсөн актуаль мәсьәлә – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу. 2023 йылда 25 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте контейнерҙар һатып алған һәм яңы майҙансыҡтар төҙөкләндергән. Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 2,8 миллион һум бүленде. – Баҡсасылыҡ ширҡәттәре рәйестәре һыу менән тәьмин итеү

25 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә дәүләт ярҙамын күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2022-2023 йылдарҙа 297 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенең төбәк бюджетынан 366 миллион һумдан ашыу аҡса алыуын билдәләне. Атап әйткәндә, 2023 йылда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә 12,9 миллион һум йүнәлтелгән һәм янғын һүндереү сараларын һатып алыуға сығымдарҙың 90 процентын компенсацияланған. 49 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә 83 ут һүндергес, 176 янғын щиты һәм 28 мотопомпа һатып алынған. Баҡсасылыҡ ширҡәттәре өсөн актуаль мәсьәлә – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу. 2023 йылда 25 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте контейнерҙар һатып алған һәм яңы майҙансыҡтар төҙөкләндергән. Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 2,8 миллион һум бүленде. – Баҡсасылыҡ ширҡәттәре рәйестәре һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрендә әүҙемлек күрһәтә – насостар, янғын һүндереү гидранттары, бикләү арматураһы, автоматика блоктары һатып ала, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. – Был маҡсатҡа дәүләт ярҙамы саралары сифатында дөйөм ҡорамал хаҡының 50 проценты күләмендә субсидиялар бүленде. Ер участкаларын һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың күсемһеҙ милек объекттарын иҫәпкә алыу мәсьәләләрендә лә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. – 2023 йылда туғыҙ баҡсасылыҡ ширҡәте сиктәрендә 1 миллион һумдан ашыу суммаға кадастр эштәре башҡарылған, сығымдарҙың 90 проценты субсидияланған, – тине Илшат Фәзрахманов. – Муниципалитет башлыҡтарынан ер участкаларын һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәренең күсемһеҙ милек объекттарын кадастр иҫәбенә ҡуйыу процесын айырым контролгә алыуҙарын һорайым. “Минең баҡсам – Башҡортостан” дәүләт мәғлүмәт системаһының дәүләт һанлы платформаһы ер участкалары һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың күсемһеҙ милек объекттарының берҙәм базаһын булдырыу, шулай уҡ уны көнүҙәк хәлдә тотоу мөмкинлеге бирәсәк. Был система апробация үтә. Сығыш аҙағында Илшат Фәзрахманов коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре рәйестәрен уҡытыу тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында 160 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе Башҡорт дәүләт аграр университеты ҡарамағындағы Өҫтәмә һөнәри белем биреү институтында “Коммерцияға ҡарамаған баҡса берекмәһе менән идара итеү” программаһы буйынса уҡыған. СНТ-ларҙың энергетика инфраструктураһын яңыртыу тураһында Премьер-министр урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләне. Шулай, 2022 йылда – 17 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте биләмәһендә 2 470, ә 2023 йылда 29 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә 6 440 күсмә электр энергияһын иҫәпләү приборы ҡуйылған. Был маҡсатҡа республика бөтәһе 176 миллион һум бүлгән. – Сифатлы һәм өҙлөкһөҙ электр менән тәьмин итеү мәсьәләһе баҡсасыларыбыҙ өсөн мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора, – тине Александр Шельдяев. Электр менән тәьмин итеү системаларын модернизациялау территориаль селтәр ойошмалары ярҙамында үткәреләсәк. Уларҙың инвестиция программаларына 13 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенең инженер объекттары индерелгән дә инде. Тағы 33 ширҡәт өс йыл дауамында инвестиция программаларына индерелә. Республика Хөкүмәте баҡсасылыҡ тармағын үҫтереүгә етди иғтибар бирә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Быйыл баҡсасыларға ярҙам программаһына 250 миллион һум аҡса йүнәлттек – 2022 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Быйыл беҙҙең ярҙам саралары республиканың 189 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтен йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе, бер йыл элек – 108, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әлегә хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ. Әммә улар тиҫтәләгән йылдар буйы йыйылып килгән. Аҡрынлап барыһын да тәртипкә килтерербеҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.