Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә элемтә инфраструктураһын үҫтереүгә йомғаҡ яһалды һәм 2024 йылға ошо йүнәлештәге эш пландары тикшерелде. Республиканың дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин, кәрәҙле элемтә хеҙмәттәре менән республика халҡының 92 проценттан ашыуы файҙалана ала, тип белдерҙе. Шуның менән бергә иң ҙур һорау менән ҡулланған сервистар – ул видеохостингтар, социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар. – 2023 йылда элемтә операторҙары 4G стандартындағы 1,3 мең база станцияһын яңыртты. Киләһе йылда иһә был эште 2 мең станция күләмендә башҡарырға ниәтләйҙәр, – тип хәбәр итте Геннадий Разумикин. Юғары тиҙлекле оптосүсле интернетҡа 2023 йылда 43 меңгә яҡын йорт хужалығы тоташҡан, был уҙған йылға ҡарағанда һигеҙ тапҡырға күберәк. Башҡортостанда юғары тиҙлекле интернетты йәмғеһе 232 мең абонент файҙалана. Элемтә инфраструктураһының үҫешенә 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй тораҡ пункттарҙа “Һанлы тигеҙһеҙлекте б