Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уның арҡаһында уҡып сыҡтыҡ, кеше булдыҡ

Кәзәгә һәйкәл ҡуйылды... Күптән кәрәк ине. Һыйырҙың, дуңғыҙҙың, тағы әллә күпме йәнлек-бөжәктәрҙең, кәрәккән-кәрәкмәгәндәрҙең һәйкәлдәре бар бит. Был һәйкәл кәзәгә генә түгел, ә бажайҙарға ла. "Кәзәнең маллығы, бажаның туғанлығы", – тип әйткәндәре менән һис тә килешмәйем... Бажаларҙан уңдым. Дуҫ, татыу, туған булып йәшәгән бажайҙар әҙме ни? Ә беҙҙең бала сағыбыҙ кәзә бәрәстәре, кәзәләр араһында үтте. Уның арҡаһында уҡып сыҡтыҡ, кеше булдыҡ. Бәләкәй сағымдағы орсоҡ әйләндереп, дебет һуғып, сиратып ултырған саҡ һағындыра... Был һәйкәл Ейәнсура районы Үтәғол ауылы эргәһендә бик бейектә тора. Автор: Ғайса Ишмөхәмәтов Фото: /vk.com/im?sel=678020109