Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дәүләт наградалары тапшырылды

25 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәренә, авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре, профилле ведомстволар, муниципалитеттар һәм предприятиелар вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙ Башҡортостандың ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр командаһы менән ғорурланабыҙ, улар үҙҙәренең эшен юғары кимәлдә башҡара. Һеҙ ғүмерегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, батырлыҡ күрһәтәһегеҙ. Быйыл һеҙ янғындарҙа, һыуҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә йөҙҙәрсә кешене ҡотҡарҙығыҙ. Беҙ һеҙҙең менән бергә Рәсәйҙең яңы төбәктәренә лә ярҙам күрһәтәбеҙ. Үткән йылдың апреленән Донбасстың бер меңдән ашыу кешеһен ҡабул иттек. Һәр аҙна һайын тиерлек махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам ебәрәбеҙ. Һеҙҙе Рәсәй Федерацияһының Ҡотҡарыусылар көнө һәм, әлбиттә, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ихлас ҡотлайым! Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ һәм именлек теләйем! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Һеҙ яҡындарығыҙға һәм республикабыҙ халҡына бик кәрәк! – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ҡотлау сәләмендә. Фото: glavarb.ru