Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт автоинспекцияһы иртәгәнән «Иҫерек водитель» иҫкәртеү сараһын башлай. Был осорҙа бөтә республика буйынса күп һанлы Яңы йыл алды осрашыуҙары һәм корпоратив саралар үтә, һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң бөтә автомобилистар ҙа өйҙәренә таксиҙа йәки йәмәғәт транспортында ҡайтырға хәл итмәй. Шуға күрә иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау маҡсатында декабрҙең һуңғы аҙнаһында республиканың Дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртеү эшен көсәйтеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Республика Дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын бер ниндәй шарттарҙа ла иҫерек водитель - байрам алды көндәрендә лә, яңы йыл каникулдарында ла - рулгә ултырырға тейеш түгеллегенә йүнәлтә. Был көндәрҙә хеҙмәткә, шул иҫәптән төнгө ваҡытта иҫерек водителдәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән юл-патруль хеҙмәте нарядтарының һаны арттырылды. Ағымдағы йылда эскән водителдәр ҡатнашлығында 395 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 113 кешенең, шул иҫәптән 1,5 йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән, 451-е төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған. Дәүләт автоинспекцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла эскән килеш рулгә ултырыу проблемаһына вайымһыҙ ҡалмауҙарын, юлда үҙҙәрен насар тотҡан, иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән водителдәр тураһында ваҡытында полицияға хәбәр итеүҙәрен һорай. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш руль артына ултырған водителдәр тураһында хәбәрҙәргә иғтибар итеү өсөн оператив саралар күрергә әҙер. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу линия телефоны:83729392. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Фото: solreg.ru