Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өйгә аҙнаһына бер шылтыратырға тырыша

Бөгөн алғы һыҙыҡта Ватанды һаҡлаусылар араһында Яңауыл районынан “Плюсик” позывнойлы яугир ҙә бар. “Үҙең хәл итергә өйрән”– был девизға уны атаһы бала сағынан өйрәткән. Мәктәпте тамамлағас, Сарапул медицина колледжында уҡый, аҙаҡ Яңауыл үҙәк район дауаханаһында эшләй, армияла хеҙмәт итә һәм Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Бына дүрт йыл инде ул Тыуған ил һағында. Ә махсус хәрби операцияла тәүге көндәрҙән ҡатнаша. Позывнойы һөнәре менән тығыҙ бәйләнгән, “плюсик” – медицина ярҙамын һүрәтләгән ҡыҙыл тәре һүрәте. Яңыраҡ ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып, йәнә алғы һыҙыҡҡа йүнәлде, тип хәбәр итә “Янаульские зори”. Атаһы әйтеүенсә, улы ошо осорҙа ныҡ үҙгәргән, өлкәнәйгән. “Уның өсөн хәүефләнәбеҙ, борсолабыҙ, шул уҡ ваҡытта ғорурланабыҙ ҙа, – ти ул.– Командирҙары бик яҡшы кеше икәнен дә беләбеҙ”. “Плюсик” ата-әсәһенә аҙнаһына бер тапҡыр шылтыратырға тырыша. Ғаилә өсөн иң мөһиме – уның иҫән-һау булыуын белеү.Егеттең ғаиләһе бар, бынан дүрт йыл элек өйләнгән. Яралыларҙы ҡотҡарыуҙа, тәүге ярҙамды күрһәтеүҙә профессионаллек күрһәткән яугирҙе Суворов, Жуков, “Хәрби отличие өсөн” миҙалдары менән наградлағандар. Башҡортостан Башлығы исеменә ул хеҙмәт иткән бригада командирынан батырҙы тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәһенә Рәхмәт хаты килгән. Яугирҙең ата-әсәһенә иҫәнлек, именлек, улдарының имен-аман тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: https://yanzori.com/article pozyvnym-plyusik-uchastvuet-v-spetsoperatsii-s-pervyh-dney-3579320