Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ике мең бала килде

Был ялдарҙа Башҡортостанда күптән көтөлгән ваҡиға булды – яңыртылған Ҡурсаҡ театры асылды. Ундағы тамашаларҙы тәүге ике көндә ике меңдән ашыу бала килеп күргән. Уларҙың 500-е – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләне. Яңы йыл байрамдары осоронда театрға 10 мең самаһы бала, шул иҫәптән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 1500 балаһы барыр тип планлаштырыла. – Радий Фәрит улы, беҙ һеҙгә театрҙы яңыртҡанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Унда интерактив шар ҡуйыу һеҙҙең шәхси уйығыҙ ине, ул ысынлап театрҙың биҙәгенә әйләнде, театрҙың фасадында үҙенсәлекле урын алды. Шарҙы тулыландырыу контенты буйынса эшләйбеҙ, – тине мәҙәниәт министры. Радий Хәбиров балалар кластеры барлыҡҡа килһен өсөн театр тирәләй һәм уның эсендә төҙөкләндереү буйынса ҡалған төп эштәр хаҡында иҫкә төшөрҙө. – Әлбиттә, төҙөүселәргә һәм проектлаусыларға рәхмәт белдерәбеҙ, һәр береһе эшенә яуаплы ҡараны. Эске һәм тышҡы инте

Был ялдарҙа Башҡортостанда күптән көтөлгән ваҡиға булды – яңыртылған Ҡурсаҡ театры асылды. Ундағы тамашаларҙы тәүге ике көндә ике меңдән ашыу бала килеп күргән. Уларҙың 500-е – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләне. Яңы йыл байрамдары осоронда театрға 10 мең самаһы бала, шул иҫәптән МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 1500 балаһы барыр тип планлаштырыла. – Радий Фәрит улы, беҙ һеҙгә театрҙы яңыртҡанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Унда интерактив шар ҡуйыу һеҙҙең шәхси уйығыҙ ине, ул ысынлап театрҙың биҙәгенә әйләнде, театрҙың фасадында үҙенсәлекле урын алды. Шарҙы тулыландырыу контенты буйынса эшләйбеҙ, – тине мәҙәниәт министры. Радий Хәбиров балалар кластеры барлыҡҡа килһен өсөн театр тирәләй һәм уның эсендә төҙөкләндереү буйынса ҡалған төп эштәр хаҡында иҫкә төшөрҙө. – Әлбиттә, төҙөүселәргә һәм проектлаусыларға рәхмәт белдерәбеҙ, һәр береһе эшенә яуаплы ҡараны. Эске һәм тышҡы интерьер ысынында бик матур килеп сыҡты, – тине республика Башлығы. – Мин Өфө хакимиәтенән Кескәйҙәр аллеяһын эшләүҙе һорайым, яҙғыһын ул әҙер булырға тейеш. Уң яҡта спорт майҙансығын тамамларға кәрәк. Китапхананың эске ремонтын эшләп бөтөргә кәрәк әле, ул саҡта, үҙебеҙ әйткәнсә, балалар кластеры килеп сығасаҡ. Фото: "Башинформ".