Өфөлә донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусында БПЛА, авиамодель, ракеталар эшләү, программалау һәм робот техникаһы буйынса «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге лабораториялары урынлаштырыласаҡ. Стратегик белем биреү йүнәлештәренең барыһы ла Башҡортостан студенттары һәм мәктәп уҡыусылары өсөн асыҡ буласаҡ. «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә балалар лабораторияларҙа ракета, самолет һәм пилотһыҙ осоу аппараттары моделдәрен иҫәпләп сығара, уларҙың моделдәрен конструкциялай, уҡытыусы-остаз етәкселегендә Максимовка һәм Первушин аэродромдарында һынау осороуҙар үткәрә. Үҙәктә аҙна һайын белем биреү программалары, шулай уҡ «Аврора» инженер мәктәбе сиктәрендә интенсив белем биреү программалары тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22611/
"Аврора" үҙәге вуз-ара кампуста ракета төҙөү буйынса лаборатория аса
25 декабря 202325 дек 2023
~1 мин