Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йырсы тәҡдим индерҙе

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин - махсус хәрби операция зонаһында яугирҙәр алдында йыш сығыш яһаған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең береһе. Уның әйтеүенсә, сентябрҙән алып патриотик рухта 32 концертта ҡатнашҡан, тип хәбәр итә “Башинформ”. “Был концерттарға республика ҡала һәм райондарынан артистарҙы йәлеп итәм. Үкенескә ҡаршы, уларҙың күбеһе фонограмма аҫтында сығыш яһай. Минеңсә, был – йырсылар тарафынан тамашасыларға ҡарата хөрмәт күрһәтмәү. Мәҙәниәт буйынса советҡа артистарға фонограмма аҫтында сығыш яһауҙы тыйырға йәки афишала концерттарҙа яңғыраған йырҙарҙың “тере” булмауын күрһәтергә кәрәк, тип тәҡдим итәм”, – тип белдерҙе Рәмил Бәҙәмшин. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фекеренсә, ҡарар ҡабул итеү өсөн барыһынан да элек Мәҙәниәт министрлығы яғынан эксперттарҙың проблеманы анализлаған профессиональ фекере, совет ағзалары менән мотлаҡ консультация үткәреү кәрәк. Бары шунан һуң ғына ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә мөмкин. Олег Яровиков фотоһы.