Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Фатир асҡысы – шәп бүләк!

Йылдың иң тылсымлы, серле байрамы яҡынлаша – мөғжизәләр, бүләктәр көткән, теләктәр ҡабул ителгән мәл. Ҡала хакимиәтендә фатир асҡысы алып ҡыуанған Данил Горячкин быға тәрән ышана. – Ҡалабыҙҙа һәйбәт традиция йәшәй – етем һәм ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тантаналы шарттарҙы фатир асҡыстарын тапшырыу. Салауат – тап ошо социаль мәсьәлә уңышлы хәл ителгән ҡалаларҙың береһе. Данил өсөн бынан да яҡшыраҡ Яңы йыл бүләге булыуы мөмкин түгел. Был фатир бәхетле тормоштоң башы булһын,– тип иң яҡшы теләктәрен еткерҙе ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау. – Был – минең өсөн иң бәхетле көндөр, моғайын.Күптән үҙ мөйөшөм булыуы тураһында хыяллана инем. Яңыраҡ армиянан ҡайттым, фатирҙы барып күрҙем, бик оҡшаны. Мине фатирлы иткән ҡала хакимиәте етәкселәренә, опека һәм попечителлек бүлегенә рәхмәт. Ысынлап та, мөғжизә булды был, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Данил Горячкин. Фото: https://gazetavibor.ru/news/novosti/2023-12-19/zhitel-salavata-poluchil-osobennyy-podarok-klyuchi-ot-kvartiry-3573818