400-ҙән ашыу эшҡыуар Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы программаһы буйынса уҡыған, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. 2022 йыл менән сағыштырғанда уҡытыу программаларында ҡатнашыусылар 60 процентҡа артҡан. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) 20-нән ашыу сара уҙғарылған. - Йыш ҡына эшҡыуарҙар старт һәм бизнес үҫеше өсөн нисек финанс ярҙам алырға тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Тренингта ҡатнашыу был һорауға яуап табырға ярҙам итә, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Быйыл “Минең бизнесым” үҙәге тарафынан “Эшҡыуарлыҡ мәктәбе”, “Эшҡыуарлыҡ әлифбаһы”, “Әсә – эшҡыуар” уҡытыу программалары ойошторолған. Был иһә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына үҙ эшеңде асыуға 500 мең һумға тиклем субсидия алыуға конкурста ҡатнашыуға юл аса. 2024 йылда ла бушлай уҡытыу программалары, тренингтар дауам итәсәк. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.