Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Зинин юл үткәргесе буйлап хәрәкәт асылды. Яңы транспорт айырсаһын асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев, Өфө хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау буйынса идаралығы начальнигы Константин Паппе ҡатнашты. Проектты тормошҡа ашырыуға 1,3 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. – Был юл үткәргесен Нуғай, Зинин, Аҡбирҙе һәм башҡа ҡасабаларҙа йәшәүселәр түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Был йүнәлеш әүҙем үҫешә һәм тиҙ төҙөлә. 2023 йылдың декабренә Нуғайҙың торлаҡ фонды алты меңдән ашыу йорт тәшкил итә. Яҡын арала торлаҡ фондының кәмендә ике тапҡырға артыуы көтөлә. Ошо йүнәлештә транспорт ағымы артасаҡ ҡына. Шуға күрә был юл үткәргесен төҙөү һәм сафҡа индереү талап ителде, – тине Алан Марзаев. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың декабрендә объект һынауҙары уңышлы үтте. Дөйөм ауырлығы 140 тонна тәшкил иткән дүрт машина юл үткәргес буйлап һынау үтте. 22 декабрҙә техник яҡтан хәрәкәт сафҡа индерелд