Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уҡытыусылар "Бөйрәкәй" менән танышмы?

Ошо көндәрҙә 3-сө “Сибай” республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына ижадсылар бәйгеһе үтте. 27 йыл дауамында мәктәп уҡыусылары араһында уҙғарылған конкурс быйыл иһә Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә уҡытыусылар араһында ойошторолдо. Ярыш баштан уҡ ҡыҙыу башланды: Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан тыш, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан да ҡатнашыусылар булды. Конкурсҡа бөтәһе 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Методика, проза, поэзия һәм журналистика буйынса килгән ижади эштәрҙе абруйлы баһалама ағзалары тикшерҙе. Иң яҡшы эштәрҙең авторҙары икенсе турға – бәйгенең финал өлөшөнә саҡырылды. Программа үҙ эсенә “Бөйрәкәй” романы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһын, пресс-конференцияны, түңәрәк өҫтәлде һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын алды. Төрлө номинациялар буйынса түбәндәге уҡытыусылар еңеүсе тип танылды: Рәғиҙә Истәкова (Бөрйән районы) – журналистикаӘлиә Саматова (Белорет районы) – прозаМөнир Иҡса

Ошо көндәрҙә 3-сө “Сибай” республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына ижадсылар бәйгеһе үтте. 27 йыл дауамында мәктәп уҡыусылары араһында уҙғарылған конкурс быйыл иһә Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә уҡытыусылар араһында ойошторолдо. Ярыш баштан уҡ ҡыҙыу башланды: Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан тыш, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан да ҡатнашыусылар булды. Конкурсҡа бөтәһе 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Методика, проза, поэзия һәм журналистика буйынса килгән ижади эштәрҙе абруйлы баһалама ағзалары тикшерҙе. Иң яҡшы эштәрҙең авторҙары икенсе турға – бәйгенең финал өлөшөнә саҡырылды. Программа үҙ эсенә “Бөйрәкәй” романы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһын, пресс-конференцияны, түңәрәк өҫтәлде һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын алды. Төрлө номинациялар буйынса түбәндәге уҡытыусылар еңеүсе тип танылды: Рәғиҙә Истәкова (Бөрйән районы) – журналистикаӘлиә Саматова (Белорет районы) – прозаМөнир Иҡсанов (Учалы районы) – поэзияӘлнисә Кәримова (Сибай ҡалаһы) – методикаФаягөл Әмирханова (Ишембай ҡалаһы) – методика. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлайбыҙ! Фото һәм текст сығанағы: Зөлфиә Ҡарасова.