Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

100-ҙән ашыу эшҡыуар вебинарҙа ҡатнашты

20 декабрҙә Тиҙ түләүҙәр системаһын файҙаланыу үҙенсәлектәре һәм уны артабан үҫтереү мөмкинлектәре тураһында вебинар үтте. Түләүһеҙ онлайн-уҡытыуҙа төбәктең 100-ҙән ашыу эшҡыуары ҡатнашты. Тиҙ түләүҙәр системаһы - ул Рәсәй Банкы сервисы, ул физик шәхестең үҙ иҫәптәре араһында һәм төрлө банктарҙағы иҫәптәренә телефон номеры буйынса тиҙ генә аҡса күсерергә һәм тауарҙарға, хеҙмәттәргә банктарҙың мобиль ҡушымталары ярҙамында, шул иҫәптән QR-кодтар һәм NFC и SoftPos-технологиялар ҡулланып түләргә мөмкинлек бирә. Вебинар барышында Һаҡлыҡ банкы белгестәре байрам алдынан әүҙемләшә торған мутлашыусыларҙан һаҡланыу алымдары тураһында ла һөйләне. Тыңлаусыларға бер ниндәй шарттарҙа ла үҙеңдең шәхси мәғлүмәттәрең, шул иҫәптән банк карталарының реквизиттары менән уртаҡлашырға ярамағанлығын иҫкә төшөрҙөләр. Кибермутлашыусылар тоҙағына эләккәндәргә шунда уҡ картаны блокка ҡуйырға, банкка операция менән риза булмау тураһында, ә полицияға аҡса урлау тураһында ғариза яҙырға кәрәк. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22617/