“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Учалы районы хакимиәтендә муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Күсмә кәңәшмәлә коммерция предприятиеһының электр тауарҙары магазинын асыу буйынса инвестиция проекты ҡаралды. Проекттың маҡсаты – Учалы ҡалаһының яңы биҫтәләрендә электр тауарҙарын һатыуҙы ойоштороу. Проект буйынса планлаштырылған инвестициялар күләме 2,5 миллион һум тәшкил итә. Яңы объектты сафҡа индереү һөҙөмтәһендә ике яңы эш урыны барлыҡҡа килеүе көтөлә. Кәңәшмәлә электр тауарҙары магазины өсөн яраҡлы бина эҙләү менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Бизнес-шәриф Әсхәт Әсәҙуллин бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына муниципаль ярҙам саралары, шулай уҡ Төбәк лизинг компанияһы, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы тарафынан күрһәтелгән башҡа ярҙам төрҙәре тураһында хәбәр итте. Ултырыш йомғаҡтары буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙа эшҡыуарға кәрәкле мәғлүмәти-консультатив ярҙам күрһәтергә ҡарар ителде. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғәмәлдәге эшҡыуарҙар, шулай уҡ үҙ эшен асырға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла. Унда яҙылыу Башҡортостандың Инвестиция порталы https://investrb.ru/ru/ сайтында (“Инвестиция сәғәте. Ғариза бирергә” бүлеге) алып барыла. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Учалы районы хакимиәте.