Найти в Дзене

“Егеттәребеҙгә терәк буласаҡбыҙ!”

Балаҡатай районы халҡы махсус хәрби операция башланыу менән яҡташтарына гуманитар ярҙам әҙерләү эшенә дәррәү тотондо. Биләндәр ҙә һалдаттарға ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтеүгә ихлас ҡушылды, тип яҙа “Новый Белокатай”. Ауыл халҡы даими рәүештә йылы кейем-һалым һалынған посылкалар оҙата, блиндаж шәмдәре әҙерләй, маскировкалау селтәрҙәре үреү өсөн туҡыма алыуға аҡса йыя. “Алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға тылдың терәк булыуын тойоу көс-ҡеүәт бирер, ә күңел йылыһы һалып әҙерләнгән посылкалар яҡташтарыбыҙҙы, тыуған яҡтарҙы хәтерләтеп, һағыныу тойғоһон бер аҙ баҫыр”, тип иҫәпләй биләндәр. Ватан һаҡсыларына гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашҡан, йөктәрҙе яугирҙәргә илткән һәр кемгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барығыҙға ла уңыштар, именлек, һаулыҡ насип итһен! Фото: https://vk.com/gazetanovobelokatai