Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡултамғалар йыйыу башланды

Республиканың әүҙем граждандары – ирекмәндәр һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре, 2024 йылдың март айында үтәсәк Президент һайлауҙарына Владимир Путинды тәҡдим итеүҙе яҡлап, ҡултамғалар йыйыуға тотондо. Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путиндың төбәк һайлау штабы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡултамғалар йыйыу Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Белорет, Бөрө, Октябрьский, Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларында һәм Шишмәлә үтәсәк. Ял көндәрендә лә эш дауам итәсәк. “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” төбәк штабы етәксеһе Оскар Лютов әйтеүенсә, ҡултамағалар йыйыу әүҙем бара.”Кешеләр эргәбеҙгә туҡталып, ҡыҙыҡһынып һораша. Беҙҙең әүҙем йәштәребеҙ, ирекмәндәребеҙ тулыһынса Владимир Путинды яҡлай һәм бөтә һайлау кампанияһы барышында ярҙам күрһәтәсәк”, – тине ул. Өфө ҡала Советы депутаты, Башҡортостандың студенттар отрядтары идараһы рәйесе Ирина Сухарева ла фекере менән уртаҡлашты. “Минең күп таныштарым Владимир Владимирович өсөн ҡултамғалар йыйыуҙа ирекмәндәр сифатында ҡатнашырға теләй. Улар беҙҙең Баш командующийҙың донъя сәйәсәте аренаһында ниндәй мөһим роль уйнағанын яҡшы аңлай. Беҙҙең йәштәр хәрәкәтенең үҙ аңлылығы Башҡортостанда әүҙем һәм сәйәси яҡтан белемле йәштәр булыуы тураһында һөйләй”, – тине депутат. Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәте рәйесе Вилдан Иҫәнгилдин әйтеүенсә, республиканың йәштәре алдағы һайлауҙарҙа Президентты яҡлау өсөн берләште. ”Беҙ – йәштәр ойошмаларына ҡатнашыусылар был мөһим сараларҙа файҙалы булырға тейешлегебеҙгә ышанабыҙ һәм буласаҡбыҙ. Тап беҙҙең әүҙемлектән, гражданлыҡ позицияһынан күп нәмә тора, шул иҫәптән, беҙҙең республиканың президентты яҡлау позицияһының нисек булыуынан”, – тип фекерен белдерҙе ул. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, РФ Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, илдә Президент һайлауҙары 2024 йылдың 15 мартынан 17 мартына тиклем дауам итәсәк. Фото: https://www.bashinform.ru/