Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда республика Конституцияһының 30 йыллығына арналған “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына 30 йыл: хоҡуҡи потенциал һәм яңы өҫтөнлөктәр” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Сараны Башҡортостан Республикаһының Конституция советы ойошторҙо. Конференция эшендә дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара, йәмәғәт ойошмалары, мәғариф һәм фәнни учреждениелар вәкилдәре ҡатнашты. Шулай уҡ видеоконференция режимында сараға Яҡутстан һәм Татарстандан конституция советтары рәйестәре ҡушылды. Башҡортостан Башлығы исеменән сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев исеменән ҡатнашыусыларҙы Һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов сәләмләне. – Конституция принциптары һәм нормалары тормошҡа ашырыла ғына түгел, ә республиканың тотороҡло
Конституция – тотороҡло үҫешенең төп стратегик векторы
24 декабря 202324 дек 2023
3 мин