Әбйәлил районында йәшәгән блогер Рәхимә Мусина әленән-әле үҙенең ҡыҙыҡлы яҙмалары менән ҡыуандырып тора. Был юлы бейәләй хаҡындағы яҙған посы күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. "Тағы эҙләйем инде. Миңә һыңар бейәләй тип исем ҡушһаң да үс ҡанмаҫ. Былай һыңары юғалһа, кире табып ала торғаным ул. Йә үткән юлымдан, йә магазинда, йә автобуста... Пары менән төшөп ҡалһа – хуш, Хәйрүш — икенсе берәүҙең ҡулдарын йылыта башларға ваҡыттары еткән тигән һүҙ.Бер ваҡыт апайым (их, үҙе уҡыһа ҡыйын була инде!) тыуған көнөмә дебеттән өвөрөһө ҡабарып ҡына торған бейәләй бүләк итте. Әллә ниндәй һыуыҡтарҙа ла ҡулды май кеүек кенә тота ине. Тыҡшайып ултырып киткәйне, тағы ла йылырҙы. Һыңарлап күпме юғалттым мин уны, юҡ, йыбанмай, детектив кеүек юллап йөрөп, барыбер табып алып, әллә күпме кейеп йөрөнөм. Ә бер көн пары менән юғалттым и фсе...Икенсе апайым матууур күн бирсәткәләр бүләк итте. “Әй, миңә кеше уны бирәме, барыбер юғалтам бит”, - тинем. Юғалттым. Ә бына иң үкенесле юғалтыуым