Дыуандар махсус хәрби операция зонаһына өс йүнәлештә гуманитар ылау оҙатты. Был юлы ике автомобиль, пиломатериалдар, мобиль мунса, адреслы посылкалар яугирҙәрҙе һөйөндөрәсәк. Бөтә йүнәлештәргә лә йылы кейем, юрғандар, маскировкалау селтәрҙәре ебәрелгән, ә Дыуан урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәр фураға бер нисә Яңы йыл шыршыһы ла һалған, тип хәбәр итә “Дуванский вестник”. Хәбәр итеүҙәренсә, аҙна башында сәфәргә сыҡҡан гуманитар ылау тәғәйенләнгән урынға уңышлы барып еткән. Яҡташтарына ихлас ярҙам иткән, ауыр мәлдә берҙәмлек күрһәткән дыуандарға Яңы йылда ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Фото: https://duv-vest.ru/news/svoi/2023-12-22/vtoroy-gumanitarnyy-konvoy-za-nedelyu-otpravlen-v-zonu-svo-3578787