Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ағалы-ҡустылыларҙы машина тапаған

Ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында фажиғәле хәл теркәлгән. Шишмә районынан килгән ағалы-ҡустылыларҙы машина бәрҙергән, береһе ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Ҡазанда арендаға алынған автомобиль светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә урамға килеп инә. Ул йәйәүлеләр сыға торған урында ике егетте бәрҙерә. Егеттәр Ҡазанға Шишмә районынан уҡырға килгән була. 18 йәшлек Сәйет имгәнә һәм ваҡиға урынында уҡ вафат була. Уның 21 йәшлек ағаһы Дауыт ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Хәле ныҡ ауыр, ИВЛ аппаратына тоташтырғандар. Әле уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Егеттәрҙе бәрҙергән машина руле артында 18 йәшлек егет була. Уға машина йөрөтөү өсөн таныҡлыҡты бер ай элек кенә биргәндәр. Фажиғә булған көндә, дуҫтары менән йөрөр өсөн, каршеринг машаинаһы ала. Тиҙлекте арттырып, светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә сыға һәм йәйәүлеләрҙе бәрҙерә , һәм ҡаршыға килгән машинаға бәрелә. Сәйет һәм Дауыт өсөн ауылдаштары бик ныҡ борсола, улдарын әсәһе яңғыҙы үҫтергән. Егеттәрҙең икеһе лә бик яҡшы тәртипле, уҡыуға шәп булған. Әле осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара, авария сәбәптәре асыҡлана. Фото: "Татар-информ"