Найти тему
Башҡортостан гәзите

Донъяла киң билдәле ысул ауылда ла ҡулланыла

Малаяҙ үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, “УЗИ-Электрон” ультратауыш диагностикаһы аппараттары алынды. Диагностиканың был ысулы донъяла күптән ҡулланыла. Ул зарарһыҙ, һәр йәштәге кеше өсөн дә файҙаланып була. Ҡорамал ярҙамында төрлө медицина тикшереүҙәрен башҡарырға мөмкин. Ультратауыш диагностикаһы табибы Айгөл Камалетдинова әйтеүенсә, белгес был ҡорамал ярҙамында төрлө тикшереү үткәреү мөмкинлегенә эйә, шул иҫәптән, йөрәк клапандары морфологияһын һәм функцияһын, уның дәүмәлен, йөрәк мускулының ҡыҫҡарыу һәләтен асыҡларға була. Өҫтәүенә өлкәндәрҙең генә түгел, ә иң кескәй пациенттарҙың да. Яңы аппараттарҙың файҙаланыу даирәһе бик киң, акушерлыҡ, гинекология, абдоминаль, маммология, урология, кардиология тикшереүҙәренән тыш, һөлдә-мускул системаһы, баш һәм муйындың эре ҡан тамырҙарын тикшерергә мөмкин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.