Рҽспубликабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнән иң алыҫта урынлашҡан, үҙҽнҽң шәхҽстәрҽ, сәмлҽ халҡы менән дан тотҡан Оло Әбҽш ауылында "Сәсәндәр төйәгҽндә - Айыҡ батл!" тип заманса исҽмләнгән айыҡлыҡҡа, сәләмәт һәм рухлы тормош алып барыуға әйҙәгән мәртәбәле сара үттҽ.Ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһҽндә ошо ауылдан сыҡҡан өс мәшһүр сәсән - Асия Ғәйнуллина, Камил Илҽмбәтов һәм Илдар Юнысов үҙҙәрҽнҽң ижад ҽмҽштәрҽ һәм халыҡ ижады ынйылары өлгөләрҽ мҽнән таныштырҙы, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәне. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, фольклорсы Асия Ғәйнуллина, Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М. Ҡаҙаҡбаев исеменә үткәрелгән “Сәсән һүҙе нур сәсә” сәсәндәр бәйгеһе еңеүсеһе Илдар Әбелмән улы Юнысов һәм Әбеш ауылында йәшәүсе билдәле ҡурайсы, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы, фольклорсы Камил Ниғмәтйән улы Илембәтов халыҡ ижадын, башҡорт фольклорын үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәр. Ауылдаштары хаҡлы