Махсус хәрби операция зонаһына Бишбүләк районының Айыт ауылынан киткән “Муром” позывнойлы яугир Суворов миҙалы менән наградланған. Ҡыҙы атаһы менән сикһеҙ ғорурлана. – Атайым өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән уйланып та торманы, шунда уҡ хәрби комиссариатҡа йүнәлде. Тәүҙә барыбыҙ ҙа ҡаршы төштөк. “Ни өсөн беҙҙе ташлап китәһең? Ни өсөн тап һин?” – тип һорауыма, ул былай тип яуап ҡайтарҙы: “Ауыр ваҡытта үҙеңдең илеңә ярҙам итергә кәрәк. Кемдең хәрби тәжрибәһе бар, улар тәү сиратта”,– тине. Шундай ҡәтғи ҡарарға килгән икән, уны өгөтләп тороуҙың файҙаһы юҡ. Ул аҡыл менән эш итә белгән, итәғәтле, тормош һөйөүсән, ҡыйыу кеше. Ер йөҙөндә унан да яҡшы атай юҡтыр төҫлө. Тәүге көндәрҙә бик ауыр булды, айына бер тапҡыр ғына шылтырата алды. Аҙаҡ кемдер уның яраланғаны хаҡында хәбәр итте. Ҡайҙа икәнлеген белмәйбеҙ, үҙебеҙгә урын таба алмайбыҙ. Бары көтөргә генә ҡалды. Бер аҙнанан үҙе шылтыратты. Уның тауышын ишетеү ҙур бәхет ине. Ике ай тирәһе госпиталдә ятты. Аҙаҡ дауаланыу өсөн ике айға