Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бик нескә, әммә көслө рухлы ҡатын

Һуғыш ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел тип әйтһәләр ҙә, илебеҙҙең барлыҡ яуҙарында ла күзәл заттар еңеү яулау өсөн үҙ өлөшөн индергән. Махсус хәрби операция биләмәһендә лә ҡатын-ҡыҙҙар еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙ өлөшөн индерә. Улар араһында Ҡариҙел районынан “Луна” саҡырыуын алған шәфҡәт туташы ла бар. Ҡариҙел район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, район хакимиәте башлығының социаль мәсьләләр буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров гуманитар ярҙам алып барған саҡта батыр йөрәкле яҡташыбыҙ менән осрашҡан. – Ғәжәп кеше, беҙҙең яҡташыбыҙ, махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән шәфҡәт туташы тураһында һөйләргә теләйем. “Луна” – ысын батыр, күп кенә яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарған медицина ротаһы шәфҡәт туташы. Ул үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, бер нисә тапҡыр кешеләрҙе уттан һәм һыуҙан сығара. Бик нескә ҡатын, әммә көслө рухлы. Беҙ барған госпиталдә “Луна” үҙенең изге эшен алып бара. Ул яралы һәм ауырыу яугирҙәрҙе ҡарай, уларҙың яраларын дауалай һәм күңелдәрен йыуата. Уны күргәс, уның ни өсөн “Луна” ҡушаматы алыуы аңлашыла – ул һәр яугир өсөн яҡтылыҡ, өмөт һәм ярҙам нуры булып тора. Уның батырлығы һәм хеҙмәтенә тоғролоғо һоҡланыу тыуҙыра. Ул пациенттарының хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын тәьмин итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Уның иңенә ҙур яуаплылыҡ ятһа ла, “Луна” бер ҡасан да бирешмәй һәм һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Ул – ысын батыр, уның изге эштәре ярҙам иткән, ҡотҡарған һалдаттарҙың хәтерендә мәңге һаҡланаҡ. Беҙҙең һалдаттарҙы ҡотҡарыу һәм дауалау эшендә ярҙам итеү өсөн уға дарыуҙар һәм посылкалар тапшырҙыҡ, – тип уртаҡлашты Айҙар Шәйҙуллин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: vk.com/aidarshaydullin