Республиканың әүҙем граждандары махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ярҙам итеү өсөн хәлдәренән килгәнсә ярҙам күрһәтә. Был эшмәкәрлек күптәрҙе бер татыу ғаиләләй тупланы. Саҡмағош районында ла был йүнәлештә халыҡ әүҙемлек күрһәтә. Район хакимиәте башлығы Реканс Ямалеев ошо хаҡта социаль селтәрҙә уртаҡлашты. – Халҡыбыҙ алғы һыҙыҡтағы яҡташтарына ярҙам итеү өсөн көн һайын мөһим эштәр башҡара, изгелек күрһәтә. Маскировка селтәрҙәрен оҫта бәйләйҙәр, хәҙер тағы ла бер яңы технологияны – окоп шәмдәре эшләүҙе үҙләштерҙеләр. Улар ҡатмарлы шарттарҙа яугирҙәрҙе йылытыу өсөн бик кәрәк. Мәктәптәр һәм ауыл биләмәләре Ирекмәндәр штабына әҙер шәмдәр килтерә башланы. Гуманитар ярҙам составы менән уларҙы яугирҙәребеҙгә ебәрәбеҙ. Ҡәҙерле саҡмағоштар, хәстәрлекле булғанығыҙ, изге йөрәктәрегеҙ һәм яугирҙар хаҡында хәстәрлек күреүегеҙ өсөн рәхмәт. Берҙәмлектә - көс! Барыһы ла Еңеү өсөн! – тип яҙған Реканс Фәнил улы. Фото: vk.com/yamaleev_rf