Шишмә үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, “УЗИ-Электрон” ультратауыш диагностикаһы аппараты алынды. Медицина ярҙамын ойоштороуҙың халыҡтың йәшәгән урынына яҡыная, сифаты яҡшыра барыуы һөйөндөрә. Ультратауыш диагностикаһы киң таралған ысул, сөнки ул зарарһыҙ, һәр кем өсөн дә уны ҡулланырға мөмкин. Яңы ҡорамалдың төп өҫтөнлөгө – диагностик һүрәттәренең юғары сифатлы булыуы, ябайлығы һәм уңайлылығы. – Ультратауыш диагностикаһы донъяла утыҙ йылдан ашыу файҙаланыла. Ошо ваҡыт эсендә ул ҙур аҙым яһаны. Заманса аппараттың функциялары киң, уның ярҙамында акушерлыҡ, гинекология, абдоминаль, маммология, урология һәм кардиология тикшереүҙәре үткәрергә мөмкин. Бик ышаныслы ҡорамал, уны ярҙамында диагностиканы тиҙ үткәрергә була, – ти дауахананың баш табибы Урал Шәрипов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу,