Благовещен районының Удельно-Дыуанай ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ауылдаштарҙың теләге ҡабул булды. Бина заманса уңайлыҡтар менән тәьмин ителгән, йылылыҡ һәм һыу селтәрҙәре үткәрелгән, аҙ хәрәкәтләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған. Юғары тиҙлекле интернет үткәрелеүе фельдшер өсөн яңы мөмкинлектәр аса, республика медицина мәғлүмәт системаһына инеп, ЭКГ һөҙөмтәләрен алырға, телемедицина консультацияһы үткәрергә була. Яңы медицина учреждениеһында 481 кеше хеҙмәтләндереләсәк. Фельдшер Оксана Мурашко бында 2013 йылдан алып эшләй, халыҡ араһында лайыҡлы хөрмәт, абруй ҡаҙанған. – Хәҙер ауыл халҡы йәшәгән урынға яҡын ерҙә сифатлы медицина алыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн ҡалаға йөрөүҙең кәрәге ҡалманы, диспансерлаштырыу үтергә, вакцина ҡаҙатырға, кәрәкле дарыуҙарҙы ошонда уҡ алыу мөмкинлеге артты, – ти Благовещен дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас. Рәсәй Президенты Владимир Путинды
