Найти в Дзене

Яңы йыл табыны һаулыҡҡа зыян килтермәһен

Яңы йыл төнөндәге һый-ниғмәттән һығылып торған мул табын иртәгәһенә күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе лә ихтимал. Бындай байрамда бер нәмәнән дә баш тартмау, рәхәтләнеп күңел асыу йолаһы бар. Ләкин тап Яңы йыл каникулында күптәрҙә хроник ауырыуҙар киҫкенләшә. Табиптарға гастрит, холецистит, ашҡаҙан сей яраһы, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән мөрәжәғәт итәләр. Яңы йыл төнөндә артығын ашамаҫ өсөн диетологтар 31 декабрҙә ғәҙәти иртәнге, төшкө һәм киске аштан баш тартмаҫҡа, ә «ауыр» яңы йыл салаттарын еңел ашамлыҡтарға – канапеға, брускеттарға алмаштырырға кәңәш итә. Шулай уҡ бешерелгән йәки парҙа быҡтырылған йәшелсәләр еңел эшкәртелә. Ял көндәрендә күберәк саф һауала йөрөгөҙ. Алкоголь менән артыҡ мауыҡмағыҙ һәм һыуыҡта уның ярҙамында йылынам тип маташмағыҙ. Спиртлы эсемлек ялған йылылыҡ тойғоһо бирә, иҫерек кеше һыуыҡ хәүефен дөрөҫ баһалай алмай, ә был һалҡын тейҙереүгә, өшөүгә, хатта туңыуға килтереүе мөмкин. Фото: ramsaygordon.ru